Июнь айының ахырғы көндәрендә Яңы Семенкино ауылында сираттағы экология өмәһе үтте. Уның барышында ауылда йәшәүселәр яҙ көнө мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре, китапханасылар һәм ауыл халҡының күмәк көсө менән ултыртылған ағастар үҫентеләрен сүп үләндәренән аралап, тупрағын йомшарттылар. “Беҙҙе әйләндереп алған һәм киләсәктә балаларыбыҙ-ейәндәребеҙгә мираҫ итеп ҡалдырасаҡ тирә-яҡ мөхиттең таҙалығы – үҙебеҙҙең ҡулда. Уның мөмкин ҡәҙәр таҙараҡ, байыраҡ булыуына һәр ҡайһыбыҙ үҙ өлөшөн индерә ала. Беҙҙең төп бурысыбыҙ – туған яҡ тәбиғәтенә тағы ла матурыраҡ, йәшелерәк һәм бөхтәрәк булырға ярҙам итеү. Кескәй Ватаныбыҙҙың тәбиғи торошона битараф ҡалмайынса, саҡырыуыбыҙға ҡушылып, өмәлә ҡатнашҡан бөтә ауылдаштарыбыҙға үтә лә рәхмәтлебеҙ”, – ти китапханасы И.Н.Яковлева.