Башҡортостанда 2019 йылда бер ҡатарҙан бер нисә етди республика программаһы старт алды. Уларҙың береһе — республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров тәҡдиме менән ғәмәлгә ашырыла башлаған “Башҡорт ишек алдары" төбәк проекты.Ул күп фатирлы йорттарҙың ишек алды территорияларын комплекслы төҙөкләндереү эштәрен күҙ уңында тота.
Быйыл Саҡмағош районында был программа сиктәрендә Иҫке Ҡалмаш ауылының Нефтселәр урамында урынлашҡан 1,2,3,4,5,6,7,8,9,10нсы һанлы күп фатирлы йорттар ишек алдарын төҙөкләндереү эштәре башланды.
Программа сиктәрендә ишек алдарына асфальт түшәү, подъезд алдындағы машина ҡуйыу урындарын төҙөкләндереү, күп фатирлы йорт алды территорияларын яҡтыртыу, хәүефһеҙ резин өҫлөклө балалар майҙансыҡтары урынлаштырып йыһазлау, ул майҙансыҡтарҙың тирә-яғын кәртәләү, ихата территорияһын йәшелләндереү, ял зоналарын булдырыу маҡсатында эскәмиәләр, урналар урынлаштырыу планлаштырыла.