САРМАНАЙ
-2 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
4 Июль 2019, 18:44

Тантаналы шарттарҙа

1 июль Рәсәйҙә хәрби хәрәкәт ветерандары көнө итеп билдәләнә. Рәсми статусы булмаһа ла, йылдан - йыл ул популярлаша бара. 2009 йылдан әлеге сара Хәрби хәрәкәт ветерандарын иҫкә алыу көнө тип билдәләнә. Уны Афғанстанда, Кавказ республикаларында һ.б. тыныслыҡ урынлаштырған ерҙәрҙә хеҙмәт иткән ир-егеттәр билдәләй. Был уңайҙан Үрге Йәркәйҙә «Хәрби туғанлыҡ» ветерандар йәмәғәт ойошмаһы, муниципаль район хакимиәтенең физик культура, спорт һәм туризм буенса комитеты, Дүртөйлө ҡалаһы, Дүртөйлө һәм Илеш райондары хәрби комиссариаты, Рәсәй ДОССАФтың Илеш районындағы бүлексәһе тарафынан әлеге датаға бағышланған тантаналы митинг ойошторолоп, яныбыҙҙа йәшәүсе, шулай уҡ һәләк булған ветерандарҙы хөрмәтләү һәм данлауҙы күҙалланы. Тантаналы митингта хәрби хәрәкәт ветерандарына «Хәрби туғанлыҡ» йәмәғәт ойошмаһының Грамотаһы, миҙалдары, шулай уҡ бер төркөм афғансыларға «Совет ғәсҡәрҙәренең Афғанстандан сығарылыуына – 30 йыл» юбилей миҙалдары тапшырылды. Сара аҙағында район үҙәгендә урынлаштырылған, яугир-интернационалистҡа бағышланған һәйкәлгә сәскәләр һалынды.
Читайте нас: