САРМАНАЙ
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
4 Июль 2019, 11:35

Тәбиғәт ҡосағында ярыштар

Спорт туризмы һәм хәүефһеҙлек мәктәбе буйынса район ярыштары тарихы алыҫ 1961 йылға барып тоташа. Уның сираттағыһы Бурный Поток ауылы эргәһендә үтте. Райондың 17 мәктәбе сығыш яһаны.
- Бындай ярышлар һеҙҙә етеҙлек, көс һәм сыҙамлыҡ тәрбиәләп кенә ҡалмай, бәлки тәбиғәткә һөйөү ҙә уята, – тине балаларҙы тәбрикләп, район хакимиәте башлығы урынбаҫары Илнур Әхмәҙиев.
Ысынлап та, традиция буйынса әлеге сара үтә торған урын бөтә стихияне лә берләштергән: Ағиҙел йылғаһы, саф һауа, үҙенсәлекле рельеф һәм усаҡ уты.
Ярыштар флагын үткән йылғы еңүесе-командалар – икенсе лицей, Иҫке Байыш мәктәбе һәм ҡаланың беренсе мәктәбе уҡыусылары күтәрҙе.
Өс көн тығыҙ график менән үтте. Иң яуаплы заданиеләрҙең береһе – зачетҡа кергән “Ҡаршылыҡтар полосаһы”, “Йәйәле группаһы”, “Туртехника” дистанцияләрын үтеү ине. Конкурс программаһы ла бик мауыҡтырғыс булды. Тыуған яҡты белеү буйынса викторинала яраһы баш ватырға тура килде, балалар туристик үҙешсәнлек, фотографиялар, йыр конкурстары, шулай уҡ, иң яҡшы бивак һәм иң яҡшы листовка сығарыу буйынса ла үҙ фантазияһын һәм ижади сәләтен эшкә екте.
“А” класында икенсе лицей командаһына тиңләшеүселәр булманы, “В” класында Семилетка мәктәбе уҡыусылары өҫтөнлөк алды, “С” класында икенсе лицейҙың кескәйҙәр төркөмө еңеү яуланны.
Читайте нас: