САРМАНАЙ
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
4 Июль 2019, 11:11

Мал аҙығы запасы туплайҙар

Йәйге аяз көндәр беҙҙең игенселәргә ҡышын терлектәрҙе аҙбарҙа тотоу ваҡытына мал аҙығы әҙерләү өсөн иң ҡулай ваҡыт. Һәр агропредприятие бесәнде лә, сенажды ла етерлек күләмдә һалырға ынтыла.
- Беҙҙең пландарҙа мал аҙығы запасын уҙған йылғынан күберәк туплау. Был шартлыса бер баш малға 49 центнер мал аҙығы берәмлеге, - тип ћөйләй Дүртөйлө районы «Горшков» тоҡомсолоҡ заводы етәксеһе Тәнзилә Иҙрисова. - Инде беренсе сабыуға 80 тонна бесән йыйып алдыҡ, люцерна менән клевер ҡатнаш 400 тонна сенаж һалдыҡ. Эш дауам итә...
Мал аҙығы культураларын йыйыуҙы механизатор Алик Шәрипов алып бара. Рәзил Сәйфуллин, Валерий Хәлиуллин, Шакир Ҡадиров йәшел масса ташыу менән мәшғүл.
Яҙын бындаа Иске Уртай училищеһы студенттары сәсеүселәр булып эшләгән. Яҡшы ғына хеҙмәт һалғандар, техника менән оҫта идара иткәндәр.
Мал аҙығы культураларының яҡшы уңышы - ҙур һөт билдәһе. Машина менән һыйыр һауыу операторҙары бер һыйырҙан 22,4 килограмм һөт һауып ала. Ә июнь айында бында 1500 центнерҙан артыҡ һөт һаып алғандар.
Читайте нас: