Берҙәм дәүләт имтихандары тамамланып бер нисә көн үткәс тә Саҡмағош гимназияһы йәнә уҡыусы балалар шау-шуы һәм көлөү тауыштарыннан яңғырап тора башланы. 24 июндән башлап бында 200 бала өсөн «Баласаҡ иле» көндөҙгө ял лагеры эшләй башланы. Ҡыҙҙарҙы һәм малайҙарҙы күп төрлө ҡыҙыҡлы саралар, конкурстар һәм викториналар көтә. Бында килеүсе уҡыусылар “Непоседа”, “Крутышки”, “Пчелки”, “Улыбка”, “Барбарики”, “Алые паруса”, “Экстрим”, “Чекаго”, “Экстремалы” тип исемләнгән 9 отрядҡа бүленгән.
Лагерҙың һәр иртәһе күңелле зарядка һәм флешмоб менән башланып китә. Балалар өсөн көн һайын “Күңелле инглиз теле”, “Музыка”, “Йәйләү”, “Спорт”, “Развивайка”, “Оҫта кулдар” түңәрәктәре эшләй. Ҡыҙҙарҙы һәм малайҙарҙы 5D форматта йәнһүрәт ҡарау, Тыуған яҡты өйрәнеү музейына, китапханаға экскурсия һәм тагы ла бик күп ҡыҙыҡлы саралар көтә.
25 июндә лагерҙа спортсы менән зарядка уҙҙы. Балалар менән осрашыуға донъя чемпионы, билбау көрәше буйынса спорт мастеры Антон Ковалев килде. Ул үҙенең уңыштары тураһында һөйләне, иртәнге разминка һәм беләк көсө ярҙамында кәүҙәне иҙәндән күтәреү буйынса ярыштар үткәрҙе. Кескәй спортсылар Грамоталар менән бүләкләнде.
“Баласаҡ иле”ндәге һәр көн дөйөм лагерь күләмендәге саралар менән тамамлана, унда һәр кем етеҙлеген, оҫталығын һәм таланттарын күрһәтә ала. Йәйге каникул күңелле, бай йөкмәткеле һәм файҙалы үтһен ине. Гимназияның бындағы эшкә йәлеп ителгән уҡытыусылар коллективы уҡыусыларҙың «Баласаҡ иле» йәйге лагерында үткәрелгән каникул көндәре файҙалы ла, ҡыҙыҡлы сағыу тәьҫораттарға бай булһын өсөн бар тырышлығын һала.