28-29 июндә Өфө һәм Ишембай районы V Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы сиктәрендә ер шарының төрлө контитенттарында ғүмер итеүсе милләттәштәребеҙҙе ҡабул итә.
Республиканың 100 йыллыҡ юбилейы билдәләнгән был иҫтәлекле йылда үтеүсе был йыйынға әҙерлек 1 марттан уҡ башланды. Башҡортостандан ситтә, республиканың ҡала һәм райондарында ҡоролтай ултырыштары үтте, улар үҙҙәренең делегаттарын билдәләне. Уларҙа 295 кеше һайлау туры аша үтеп, съезда ҡатнашырға хоҡуҡ алды. Шуның менән бергә март айында Ҡоролтай Башҡорт халҡының үҫеш стратегияһын төҙөүҙә ҡатнашыуға конкурс иғлан итте.
Юбилей йылында үткәрелеүсе ҙур милли форум әүҙем, рухлы йәштәрҙең ғәҙәттәгенән күберәк ҡатнашыу менән дә айырылып торасаҡ. Ҡоролтайының программаһы ла үҙенсәлекле. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты рәйесе Данир Ғәйнуллин билдәләүенсә, был үҙенә күрә йәш, заманса, эшлекле ҡоролтай буласаҡ. Съезда һигеҙ секцияла мәғариф һәм кадрҙар, башҡорт теле, тарих, демография һәм һаулыҡ, медиа-даирә, мәҙәниәт һәм сәнғәт, бизнес, төбәктәрҙәге башҡорттар темалары ҡарала. Әммә иң мөһиме шунда – секция ултырыштары ябай һөйләшеүгә һәм резолюция ҡабул итеүгә генә ҡайтып ҡалмай, делегаттар милләт киләсәген күҙаллаған өр-яңы проекттар, Башҡорт халҡының үҫеш стратегияһы өҫтөндә эшләйәсәк.
Съезд йомғаҡтары буйынса республика етәкселегенә, дәүләт органдарына талаптар исемлеге түгел, бәлки дәүләт программаһы проекты, эшлекле тәҡдимдәр әҙерләнеп тапшырыласаҡ.
Йыр шарының төрлө ҡитғаларынан йыйылған милләттәштәр өсөн бай концерт программаһы ла әҙерләнә. Йәштәр көнө уңайынан V Ҡоролтай сиктәрендә бөгөн Өфөләге “Ватан” этнопаркында сағыу “Самрау” шоу-фестивале үткәрелә. Иртәгә, 29 июндә, бөтөн милләттәштәр Ишембай районында ойошторлған Торатау йыйынына бара. Ҡоролтай был көндө унда тамалана. Был ҙур байрамында теләгән һәр кем ҡатнаша ала, бер ниндәй сикләүҙәр юҡ.
Сығанаҡ: республиканың “Башҡортостан” ижтимағи-сәйәси гәзите.