САРМАНАЙ
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
27 Июнь 2019, 14:35

Шатлыҡты-ҡайғыны бергә кисереп...

Алтын туй – йылдар һынауына бирешмәгән оло мөхәббәттең сағылышы ул. Ярты быуат ғүмер бергә йәшәү өсөн кешеләргә күпме сабырлыҡ, түҙемлек, аҡыл, өмөт-ышаныс кәрәк. Үрге Яркәй ауылында йәшәүсе Рима һәм Риат Лоҡмановтар, Гөлсимә һәм Хәмитйән Миңнехановтар, Фәнзилә һәм Марсель Фәтхетдиновтар ағымдағы йылда алтын туйҙарын билдәләне. Улар 50 йыл бергә иңде-иңгә ҡуйып матур ғүмер кисереп,

күптәргә өлгө булып тора. Юстиция эштәре буйынса БР Дәүләт комитетының Илеш районы ЗАГС бүлеге, Йәркәй ауыл советы ауыл биләмәһе һәм район мәҙәниәт һарайы хеҙмәткәрҙәре ойоштороуында район мәҙәниәт һарайында алтын парҙарҙы хөрмәтләү тантанаһы үтте. Рима һәм Риат Лоҡмановтар бар ғүмерҙәрен намыҫлы хеҙмәткә бағышлаған. Ғаилә башлығы 45 йыл муниципаль район хакимиәтендә эштәрменән идара итеүсе булып эшләһә, Рима Мөбәрәк ҡыҙы бухгалтер һөнәрен үҙ итә. Тырыш хеҙмәттәре төрлө инстанцияларҙың Почет грамотаһы, Рәхмәт хаттары менән баһаланған. Улар өс балаға ғүмер биреп, оло тормош юлына сығарған. Лоҡмановтар бөгөнгө көндәлә актив тормош алып барып, ҡуяндар үрсетеү, баҡсасылыҡ менән шөғөлләнә. Гөлсимә һәм Хәмитйән Миңнехановтар – ҙур хөрмәткә лайыҡ ғаилә. Бала саҡтары булмаған да тип әй-

терлек, сөнки улар – һуғыш осоро балалары. Тормошта ни ҡәҙәр ауырлыҡтар күрһәләр ҙә, һынмайынса-һығылмайынса йәшәүҙәрен дауам иткәндәр. Хәмитйән ағай армия сафтарында булып ҡайткас, бар ғүмерен водитель һөнәренә бағышлай. Фиҙаҡәр хеҙмәте лайыҡлы баһаланып, БР һәм РФ ның Почет грамоталары менәнбүләкләнә. Гөлсимә апайға һауынсы, таш һалыусы, штукатур-маляр, ашнаҡсы, диспетчер булып эшләргә тура килә. Татыу пар ике бала тәрбиәләп үҫтерә. Фәнзилә һәм Марсель Фәтхетдиновтар 30 йыл Свердловск өлкәһендә йәшәп, тыуған яҡтарына ҡайтып төпләнә. Ғаилә башлығы ғүмерен хөрби һөнәр менән бәйләп, хәрби комиссариатта эшләй. Армиянан һуң Рәсәй Эске эштәр бүлегендә

водитель булып тир түгә, хеҙмәт ветераны исемен лайыҡлы йөртә. Фәнзилә апай медицина санитар часында регистратурала, Үрге Йәркәйгә ҡайтҡас – район мәҙәниәт һарайында хеҙмәт һала. Фәтхетдиновтар ике балаға ғүмер биреп, бөгөнгө көндә уларҙың, ейән-ейәнсәрҙәренең хөрмәтендә йәшәй.
Читайте нас: