Хөрмәтле гәзит уҡыусыларыбыҙ! Бөгөн һеҙ ҡулығыҙға төбәк гәзите “Сарманай”ҙың баҫма рәүештә донъя күргән һуңғы һанын алдығыҙ. Ҡыҙғанысҡаҡаршы, 1 июлдән башлап күптәрегеҙ яратып өлгөргән һ ә м т е л ә п а л д ы р ғ а н баҫмабыҙ сығыуҙан туҡтай. Ошо турала “Башҡортостан Республикаһы” Нәшриәт й о р т о д ә ү л ә т у н и т а р предприятиеһы етәксеһенең махсус ҡарары донъя күрҙе. Башҡортостаныбыҙҙың төньяҡ-көнбайыш төбәгендә урынлашҡан Дүртөйлө, Илеш, Кушнаренко һәм Саҡмағош райондарында таратылыусы
“Сарманай” гәзитенең тарихы ҙур түгел: белеүегеҙсә, ул бары 3 йыл ғына донъя күрҙе. Ошо ваҡыт эсендә лә ул был райондар халҡын бер- береһенә яҡынайтыу, улар тормошон яҡтыртыу хаҡына хеҙмәт итте. Гәзиттә хеҙмәт алдынғылары, төбәк тарихы, рухи-мәҙәни ҡомартҡылар, яҡташтарыбыҙ ирешкән уңыштар һәм башҡалар тураһында йылы яҙмалар күптәрҙең күңеленә хуш килгәндер.
(Дауамын гәзитебеҙҙең 6 санында укый аласыз)