САРМАНАЙ
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
26 Июнь 2019, 11:56

Сит ил ҡунаҡтары ла ҡатнашты

8 июндә Саҡмағош муниципаль районында милли байрам – “Һабантуй-2019” гөрләп уҙҙы. Уның тантаналы өлөшөндә мәртәбәле ҡунаҡтар – Рәсәй

Федерацияһы Дәүләт Думаһы депутаты Павел Качкаев, Рәсәй Федерацияһы Ғәҙәттән тыш хәш хәлдәр министрлығының Башҡортостан Республикаһы буйынса Баш идараһы начальнигы, эске хеҙмәт генерал-майоры Марат Латипов, муниципаль Өфө районы хакимиәте башлығы Вилорий Угаров, БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты, яуаплылығы сикләнгән «Базы» йәмғиәте директоры Вадим Соколов, БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты, яуаплылығы сикләнгән «Сихәт» йәмғиәте директоры Ирек Усманов һәм башҡалар ҡатнашты. Бәрәкәтле Саҡмағош еренә тантана шатлығын уртаҡлашырға алыҫ Финляндиянан яҡташтар һәм ҡунаҡтар килгәйне. Районыбыҙҙа тыуып-үҫкән Рида Вәлиева ғүмер юлдашы Маури Савалинен менән бергә милли байрамға ғаилә дуҫтары – Эйа һәм Вайноны алып ҡайтҡандар. «Беҙҙе 10 йыл был байрамға саҡырҙылар, ниһайәт, был иҫ киткес тамашаны күреү бәхетенә ирештек. Беҙ игенселәр хеҙмәте был кәҙәр юғары кимәлгә күтәреп х ө р м ә т л ә н е ү е н к ү р е п һәм бында шундай уңдырышлы ҡара тупрак булыуға таң калдык. Безҙә, Финляндияла, төрлө күргәҙмәләр үткәрелә, тик бындай уңыш байрамын тәүге тапҡыр күрәбеҙ. Беҙҙе төрлө милләт кешеләренең татыулығы, уларҙың күңел киңлеге һәм асыҡ йөҙлө булыуҙары һоҡландырҙы. Ат сабыштары һәм төрлө халыҡуйындары кеүек ярыштар беҙҙә онотолмаҫлыҡ тәьҫир ҡалдырҙы. Ғаилә ҡиммәттәрен һәм ергә сикһеҙ мөхәббәтте данлаусы байрам был. Беҙ, һис шиҡһеҙ, был байрамга тағы ла киләсәкбеҙ», – тип тәьҫораттары менән уртаҡлашты сит ил ҡунаҡтары. Райондың ауыл биләмәләре сәнғәт коллективтары ҡунаҡтарҙы «Дуҫлыҡ тирмәләре» ихаталарында икмәк һәм тоҙ, Башҡортостан Республикаһына 100 йыл тулыуға арналған халыҡ ғөреф-ғәҙәттәрен һәм йолаларын тасуирлаған сығыштар менән ҡаршы алды.

(Дауамын гәзитебеҙҙең сайтынан уҡығыҙ)
Читайте нас: