САРМАНАЙ
-6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
27 Май 2019, 17:04

Иҫтәлеге һаҡлана

Лира Гәрәева.

Бөйөк Ватан һуғышы тиҫтә-тиҫтә йылдар төпкөлөндә ҡалһа ла, миллионлаған кешеләрҙең күңеле тынысланмай. Хәҙер уның афәтен, утты-һыуҙы үткән ветерандар, тылдың аслы-туҡлы михнәттәрен кисергән апайҙар ҙа әҙ. Хатта бала саҡтарында кәлйемә, үлән эҙләп тамаҡ туйҙырған, билдән ҡар йырып урман ҡырҡҡан, нығынып та етмәгән иңдәрендә йөҙәр саҡырым алыҫлыҡтағы станцияларҙан орлоҡ ташыған, станоктар араһында баҫып торған 10-14 йәшлек малай-ҡыҙҙарҙы ла шул заманда алған ауырыуҙары арабыҙҙан алып китә. Әммә һуғыш шауҡымы уларҙың балаларында, ейән-ейәнсәрҙәрендә йәшәй. Беҙ мәрхүмдәрҙе ошо иҫтәлектәрҙә күңел түрендә йәшәтә алабыҙ.

Бөйөк Ватан һуғышы – илебеҙ өсөн иң ауыр һынауҙарҙың береһе. Был дәһшәтле алышта туғандарын, атайҙарын, ағай-ҡустыларын юғалтмаған ғаиләләр һирәктер. Советтар Союзының, илебеҙ халҡының барлыҡ юғалтыуҙарын ысынбарлыҡта иҫәпләп бөтөрөрлөк түгел. Һеңрәннән 197 һалдат яуға китеп, шуларҙың 58енә генә кире әйләнеп ҡайтырға насип була. Ул осорҙа бер ғаиләнән бишәр кеше яу яланында ятып ҡала. Илебеҙҙе, еребеҙҙе яҡлап көрәшкән яугирҙәрҙең батырлығы – баһалап бөтөр-гөһөҙ ҡиммәт.

(Дауамын гзитебеҙҙең 5 һанында уҡығыҙ)



Читайте нас: