САРМАНАЙ
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
26 Май 2019, 18:08

Баҫыуҙарҙа ла эш ҡайнай

Район хужалыҡтары ҡырҙарында яҙғы баҫыу эштәре — агротехник саралар дауам итә. Билдәләнгән майҙандарҙа бөртөклө культуралар урынлаштырылып бөтһә лә, был әле сәсеү кампанияһының тамамланыуы тигән һүҙ түгел. Механизаторҙар техник культураларҙың орлоҡтарын тупраҡҡа күмдерә башланы. Бынан тыш, баҫыуҙарҙа ужымдар ашлана, планға ярашлы үҫентеләрҙе ҡоротҡостарҙан, сүп үләндәренән һаҡлау маҡсатында химик эшкәртеү үткәрелә. Ауыл хужалығы белгестәре билдәләүенсә, сәсеү кампанияһында ваҡыт мөһим роль уйнай. Уны ҡулдан ысҡындырмайынса, тейешле микроэлементтар һәм ашламаларҙы индерергә кәрәк. Был эштәр райондың “Базы”,“Герой”, “Октябрь”, “Алға”,

“Заря”, Ленин исемендәге хужалыҡтарында, “Байбулат” йәмғиәтендә, “Үҙәк” МТСы бүлексәләрендә, крәстиән фермер хужалыҡтарында айырыуса әүҙем бара. 22 майға районда 3460 гектар майҙандар сүп үләндәренә ҡаршы эшкәртелде, 851гектарҙағы шәкәр сөгөлдөрө баҫыуҙарында химик утау

үткәрелде. “Алға” хужалығы хеҙмәтсәндәре көнбағыш баҫыуҙарында рәт араларын эшкәртә. “Победа” хужалығы механизаторҙары баҫыуҙарға 1340 тонна органик ашлама сығарған

(Дауамын гзитебеҙҙең 5 һанында уҡығыҙ)


Читайте нас: