Йәй — малсылыҡ продукттары етештереүҙең мул һәм яуаплы осоро.
Бөгөн барлыҡ хужалыҡтарҙала йәйләүҙәрҙең әҙерлеген тикшереү буйынса үҙ-ара тикшереүҙәр тамамланып, малдар фермаларҙан йәйге лагерҙарға сығарылды. Алдан еткерелгән барлыҡ талаптарҙы ла үтәгән «Урожай» тоҡомсолоҡ заводы» йәмғиәтенең, «Маяҡ», XXII партсъезд ис. кооперативтың йәйләүҙәре әҙерлегенә уңай баһа бирелде. Район буйынса көндәлек 783 ц һөт һауылып, үткән йылдың әлеге осоро менән сағыштырғанда, был күрһәткес 105 центнерға артыҡ тәшкил итә. Быға XXII партсъезд ис. кооператив уңғандары ла лайыҡлы өлөш индерә, малсылыҡ тармағында яҡшы ғына уңыштарға ирешә. Һуңғы ваҡытта төп күрһәткестәрҙең уңай яҡҡа үҙгәреүе – шуға асыҡ дәлил. Яңы Нәҙер,
Мари-Мәнәүеҙ тауарлыҡлыһөтсөлөк фермаларындағыКүптән түгел «Аҡбуҙат» ипподромында Башҡортостандың 100 йыллығын РФ Президенты ҡаршындағы дәүләт хеҙмәте һәм халыҡ хужалығы Р ә с ә й а к а д е м и я һ ы идаралығының Санкт-Петербург ҡалаһында урынлашҡан Төньяҡ-
Көнбайыш институты базаһында «Әгәр мин Президент булһам» тип исемләнгән Бөтә Рәсәй конкурсының туранантура этабы үтте. Унда Үрге Йәркәйҙәге Т.Рахманов ис. урта мәктәптең 9 класс уҡыусыһы Дилбәр Мостафина ҡатнашып, сертификат менән бүләкләнһә, етәксеһе Ләйсән
Низамова Рәхмәт хатына эйә булды.
Башҡортостанда республиканың дәүләт телдәрен һәм Башҡортостан халыҡтары телдәрен һаклауға һәм үҫтереүгә йүнәлтелгән Башҡортостан Башлығы гранттарын алыу буйынса республика конкурс комиссияһы еңеүселәрҙе билдәләне. Үрге Йәркәйҙәге беренсе гимназия «Мәктәп музей кабинеты – ижади лаборатория» проектында еңеү яулап, грант алыуға иреште.
Дүртөйлө ҡалаһында уҙған «Яҙғы тамсылар» республика вокаль конкурсында «Ладья» балалар вокаль студияһы өсөнсө дәрәжә лауреат булып,
етәксеһе Римма Исҡужина БР Мәғариф министрлығы грамотаһы менән бүләкләнде.
Башҡортостанда «Ҡанатлы ат» тип исемләнгән сабышҡылар һәм юртаҡтар араһындағы традицион бәйге старт алды. Бәйгенең беренсе
этабы Дүртөйлө районының «Арғымаҡ» ат-спорт комплексында уҙҙы. Башҡортостанда туған ике йәшлек юртаҡтар араһында Престол аты («Маяҡ»
малдар май башында уҡ йәйләүҙәргә күсерелгән. Шуны ла билдәләргә кәрәк, Мари-Мәнәүеҙ һөтсөлөк фермаһында С.Сәлимгәрәев һәм Р.Хужин етәкселегендә ике ремонт бригадаһы ойошторолоп, йәйге лагерға тулыһынса реконструкция эштәре башҡарылған. Бында барлыҡ төҙөкләндереү эштәре ҡуйылған талаптарға яуап бирә. Атап әйткәндә, Салауат Сәлимгәрәев бригадаһы иретеп йәбештереүсе Василий Заведеевты, монтажсылар Илнар Ғимазовты, Данил Мансуровты берләштереп, улар иҙәндәргә бетон йәйгән, һыйыр һауыла торған бинаны профнастил менән тышлап, түбәһен япҡан. Ринат Хужин етәкселегендәге бригада ағзалары Фәнил Вәлиев, Рәсим Ғарипов утарҙарға тимер бағана ултыртып, әйләндереп алған, улаҡтар эшләгән.
(Дауамын гзитебеҙҙең 5 һанында уҡығыҙ)