САРМАНАЙ
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
25 Май 2019, 16:51

Ныҡлы характерлы Нәзирә

Айгөл ВӘЛИЕВА.

Күптән түгел Кушнаренко ауылында йәшәүсе Нәзирә Сафина туҡһан йәшлек юбилейын

билдәләне. Уның ғүмер йылъяҙмаһы кескәй генә Берлек ауылында башланып китә. Ғәфифә һәм Ахунйән Дәүләтовтар ғаиләһендә тыуған ҡыҙ

беренсе синыфты тамамлауға ата-әсәһе Благовещен районының Морозовка ауылына күсенергә була. Бында уға ҡабат беренсе синыфҡа барырға тура килә. Нәзирә яңы мөхиткә тиҙ күнә һәм тиҫтерҙәренән һис ҡалышмайынса алдағы биш класты тамамлай. Һуғыш башлана. Атаһын һәм ике

ағаһын фронтҡа алалар. Шунда әсәһе ул ваҡыт өсөн иң аҡыллы фекергә – тыуған яғына ҡайтырға тигән ҡарарға килә.

Ауыр һуғыш һәм һуғыштан һуңғы йылдарҙа ул нигеҙҙә игенселектә хеҙмәт һала. Шул уҡ ваҡытта бер эштән дә баш тартмай, барыһын да намыҫ

менән башҡара. Зифа буйлы ҡыҙ булып етешкән Нәзирә ауылдашы Зәүил Хәҙимуллинға кейәүгә сыға. Улар дүрт бала тәрбиәләп үҫтерә. Егерме йыл бергә ғүмер кисергән тормош иптәше вафат була. Балаларының киләсәген уйлап, тол ҡатын район үҙәгенә күсенә. Теләге – уларға лайыҡлы белем биреү, етеш тормошта үҫтереү. Бында ул райпоға һатыусы булып урынлаша һәм хаҡлы ялға сыҡҡансы шунда эшләй. —Әсәйебеҙ ирҙәр холоҡло. Ул, шағир әйтмешләй, янған йортҡа инергә лә, сапҡан атты туҡтатырға ла һәләтле. Бөгөн дә, рөхсәт итһәң, теләһә ниндәй хужалыҡ эшенә алына. Уны барыбыҙ ҙа яратабыҙ, ихтирам итәбеҙ. Әсәйебеҙ йортондағы уттың оҙаҡ йылдар һүнмәүен теләйбеҙ, – ти улы Тәбрис. Балта, бысаҡ һәм салғыны нисек дөрөҫ үткерләргә кәрәклеген туҡһанын тултырған Нәзирә әбей теләһә ҡайһы оҫтанан яҡшыраҡ белә. Уның хатта ҡоралдарҙы үткерләү станы урынлаштырылған оҫтаханаһы ла бар. Актив тормош алып барған Нәзирә әбей баҡсаны ла үҙе ҡарай, йыйып әйткәндә, бер ҡасан да

эшһеҙ тормай.

(Дауамын гзитебеҙҙең 5 һанында уҡығыҙ)
Читайте нас: