САРМАНАЙ
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
25 Май 2019, 17:16

Күҙ йәштәре аша килгән Еңеү!

Еңеү көнө – халҡыбыҙ өсөн иң ҡәҙерле, изге һәм яҡты байрамдарҙың береһе. Күңелдәрҙә берсә иҫ киткес ҙур ғорурлыҡ, берсә һағыш хистәре уятҡан, күҙ йәштәре аша йылмайтҡан, т ы н ы с л ы ҡ т ы ң ҡ ә ҙ е р е н белергә өндәгән байрам ул. Уны илебеҙҙең төрлө төбәктәрендә ололап билдәләйҙәр, изге йолаға әйләнгән «Үлемһеҙ полк» акцияһында йылдан-йыл күберәк кешеләр ҡатнаша. Ябалаҡ ауыл Советы ауыл биләмәһе территорияһында ла Бөйөк Еңеүҙең 74 йыллығы тантаналы рәүештә билдәләнде. Ябалаҡтар яратҡан урындарының береһе – Еңеү паркына иртәнән үк ашыҡты. Митингта муниципаль район хакимиәте башлығы Илдар Мостафин ҡатнашып, һуғыш һәм тыл ветерандарына рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе, ябалаҡтарҙы ҙур байрам менән ҡотланы. Ауыл Советы ауыл биләмәһе башлығы Рөстәм Ғилемхановтың, мәктәп директоры Альфред Ғөҙәйеровтың, тиңләштерелгән һуғыш ветераны Тимершәйех Хәбибуллиндың с ы ғ ы ш та р ы и м е н л е к те һаҡларға, үткән тарихыбыҙҙы онотмаҫҡа саҡырыу булып яңғыраны.

(Дауамын гзитебеҙҙең 5 һанында уҡығыҙ)
Читайте нас: