САРМАНАЙ
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
24 Май 2019, 13:16

Оло ҡорҙа ҡатнаштылар.


11-12 апрелдә Өфөлә башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының I Бөтә Рәсәй съезы үтте. Республиканың 100 йыллығы уңайынан ойошторолған сара “Торатау” конгресс-холында уҙғарылды.
Съезға Башҡортостан һәм Рәсәй субъекттары мәктәптәрендә эшләгән башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары, уҡытыу туған (башҡорт) телдә алып барылған дөйөм белем биреү ойошмаларының директорҙары, ҡала һәм район хакимиәттәренең мәғариф идаралығы белгестәре һәм туған телдәр методистары, юғары уҡыу йорто вәкилдәре, йәмәғәт эшмәкәрҙәре йыйылды. Оло ҡор бөтәһе 700-ҙән ашыу делегатты саҡырҙы.
Саҡмағош районынан мәғариф бүлеге начальнигы Мәнзүрә Йәүҙәт ҡыҙы Нәбиева, туған телдәр методисы Хәлиҙә Фирғәт ҡыҙы Вәлиева, башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының район методик берләшмә етәксеһе Рәмзилә Рауил ҡыҙы Исламғәлиева, Саҡмағош Гимназияһынан башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Гөлшат Йәүҙәт ҡыҙы Шәмсетдиновалар ошо күркәм сарала ҡатнаштылар.
Съездың беренсе өлөшөндә (11.04.) ҡунаҡтар дүрт маршрутҡа бүленеп, республикабыҙҙың башҡорт теле һәм әҙәбиәте, туған телдәр уҡытыусыларының оҫталыҡ дәрестәрен ҡараны. Аҙаҡ делегаттар ете дискуссия майҙансығына төркөмләнде һәм баш ҡалабыҙҙың төрлө уҡыу йорттарында “Рәсәй Федерацияһында туған телдәрҙе уҡытыу концепцияһы”, “Башҡортостан Республикаһы милли мәғарифты үҫтереү концепцияһы”на индереү өсөн инновацион проекттар әҙерләү буйынса форсайт-сессиялар эшлә не. Ғөмүмән алғанда, көн үҙәгендә күтәрелгән мәсьәләләр бик етди ҡаралды.
Ҡорҙоң икенсе өлөшөндә (12.04) “түңәрәк өҫтәл”дәр ойошторолдо. Унда башҡорт телен дәүләт теле булараҡ уҡытыу, туған телде һаҡлауҙа ғаиләнең әһәмиәте, урта һөнәри һәм юғары уҡыу йорттарында башҡорт теленең тотҡан урыны һәм башҡа мөһим темаларға арналған тағы ете майҙансыҡ эшләне.
Башҡортостан Республикаһы Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Фәрит улы Хәбировтың башҡортса сығыш яһауы бөтә делегаттарҙы һоҡландырҙы. Илебеҙ етәксеһе башҡорт телен уҡытыу буйынса бик мөһим мәсьәләләргә туҡталды һәм түбәндәге һорауҙарға яуап табырға саҡырҙы:
“Беренсе һорау – беҙгә нисек ололарҙы, балаларҙы башҡорт теленә өйрәтергә? Эффектив өйрәтергә?
Икенсе һорау –беҙҙең башҡорт телен өйрәтеүҙе нисек яңы ябай методикалы, һөҙөмтәле итергә?
Өсөнсө һорау – нисек башҡорт телен өйрәтеүҙе, башҡорт телендә һөйләшеүҙе модалы, заманса итергә?”
Ул үҙенең сығышын ошо һүҙҙәр менән тамамланы: “Һеҙ ҡурҡмағыҙ, беҙ – бергә! Был ҙур эште бергә эшләргә кәрәк!”
Съезда ҡатнашҡан һәр кем ҙур ҡәнәғәтлек һәм киләсәккә яҡты өмөттәр менән таралды.
Читайте нас: