САРМАНАЙ
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
26 Апрель 2019, 13:37

Йәш белгестәр ғаиләләренә – дәүләт ярҙамы

Торлаҡ һатып алыу өсөн дәүләт ярҙамы – йәш гаиләләр өсөн айырыуса һиҙелерлек ҙур ярҙам, ул киләсәккә, иртәгәге көнгә ышаныс өҫтәй.

Муниципаль район хакимиәте башлығы Р.Ф.Ямалеев 11 йәш ғаиләгә тантаналы шарттарҙа үҙ торлаҡтарын төзөү йәки һатып алыу өсөн социаль түләүҙәргә хоҡуҡ биргән таныҡлыҡ тапшырды. Был социаль түләүҙәр “Ауыл хужалығын үҫтереү һәм ауыл хужалығы продукцияһы, сеймал һәм аҙыҡ-түлек баҙарын яйға һалыу” дәүләт программаһының “Ауыл территорияларын тотороҡло үҫтереү” подпрограммаһы сиктәрендә тапшырыла.

Әлеге программа йәш ғаиләләргә һәм йәш белгестәргә үҙ торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға шаҡтай һиҙелерлек ярҙам булып тора. Ул ауыл ерендә йәшәүселәрҙең тормош шарттарын һәм йәшәү кимәлен үҫтереү йәһәтенән дәүләт сәйсәтенең бер йүнәлеше булып тора. Уның ярҙамы менән ауыл эшсәндәре иңдәренә йөкләнгән етештереү һәм дөйөм дәүләт бурыстарын үтәүгә мөмкинлектәр асыла, территориаль үҫеш маҡсаттары тормошҡа ашырыла.

(Дауамын гәзитебеҙҙең 4 һанында уҡығыз).


Читайте нас: