САРМАНАЙ
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
26 Апрель 2019, 12:51

Ил һәм республика хәбәрҙәре

Башҡортостан менән “Ростех” һанлы үҫеш өлкәһендә хеҙмәттәшлек итәсәк. Был хаҡтағы килешеүгә төбәк Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров менән дәүләт кор-

порацияһының генеральный директоры урынбаҫары Александр Назаров ҡул ҡуйҙы. Әлеге килешеүгә ярашлы, берҙәм эшсәнлек республиканың 2030 йылға ҡәҙәр иҫәпләнгән Социаль-иҡ-

тисади үҫеш стратегияһы, “Рәсәй Федерацияһының һанлы иҡтисады” дөйөм дәүләт программаһы, “Сәләмәтлек һаҡлау” дөйөм дәүләт проекты һәм “Башҡортостан Республикаһының мәғлүмәт йәмғиәте” дәүләт программаһы сиктәрендә алып ба-рыласаҡ.


* * *

Башҡортостанда “Сәләмәт республика – сәләмәт төбәк” акцияһы старт алды. Уның ҡыҫаларында башҡортостандар республика клиникаларының күсмә Сәләмәтлек үҙәктәрендә һәм ФАП-тарҙа, флюорограф һәм маммографтарҙа, диагностика үҙәктәрендә диспансерлаштырыу үтә ала. Улар биш маршрут буйынса юлланды. Был күсмә медицина үҙәктәре көҙгә ҡәҙәр эшләйәсәк.
* * *

Төбәктә быйыл 100 км.ғаяҡын оҙайлыҡтағы федераль трассалар өҫлөгө ремонтланасаҡ. Планлаштырылған ремонт эштәренең дөйөм хаҡы 4,5 млрд. һум тәшкил итә. Автомобиль юлдарын һәм яһалма ҡоролмаларҙы тәртиптә тотоуға китәсәк сығымдар 1,3 млрд. һум күләмендә фараҙлана. Эштәрҙең төп күләме Р-240 Өфө-Ырымбур автомобиль юлына тура киләсәк. Федераль үҙәк юлсылары үткән сезонда был трассаның 59-нсы километрында башланған ремонтты һәм капиталь ремонт эштәрен дауам итә. Бынан тыш, М-5 Урал федераль автомобиль юлының 15 кило-

метрға яҡын өлөшөн ремонтлаясаҡ, шулай уҡ М-5 Урал трассаһының 15 км, Р-240 Өфө-Ырымбур юлының 14,2 км, М-7 Волга трассаһының 9 километр өлөшөндәге

таушалған юл өҫлөгөн тергеҙәсәк, тип планлаштырыла. 2019 йыл аҙағына Башҡортостанда федераль юлдар селтәренең норматив тороштағы өлөшө 85% ҡа еткерелер, тип көтөлә.
* * *

Өфөлә республика маҡсатлы программаһын бойомға ашырыу сиктәрендә күп фатирлы йорттарҙың подъездары капиталь ремонтлана башланы. Быйыл республика башҡалаһында 444 күп ҡатлы йорттоң 1288 подъезында ремонт эштәрен башҡарыу планлаштырыла. Быйылғы планға индерелгән подъездарҙа эштәр этаплап башҡарыласаҡ. Беренсе этап 15 апрелдән 15 июнгә ҡәҙәр, икенсеһе 15 июндән 1 авгусҡа, өсөнсөһө 1 августан 1 октябргәсә, дүртенсеһе 1 октябрҙән 1 ноябргә кәҙәр дауам итер, тип планлаштырыла. Һәр этап һөҙөмтәләре буйынса подряд ойошмалары ремонттың плаштырылган күләменән билдәләнгән процент эш башҡарырга тейеш.
* * *

Төбәктә республика күләмендәге алты тәбиғәт ҡомартҡыһында һаҡлыҡ зоналары ойошторола. Улар иҫәбенә Торатау һәм Йөрәктау шихандары ла ингән. Уларҙан тыш, Иглин районындағы Охлебинин гипс мәмерйәһе, Ҡырмыҫҡалылағы Ҡарлыман мәмерйәһе һәм Ҙур Ҡалпаҡ, Ишембай районындағы Торатау итәге эргәһендәге Туғар-Салған күле лә айырым һаҡланыусы территориялар иҫәбенә индерелә. Был хаҡтағы ҡарар республиканың Экология министрлығы сайтында донъя күргән, әлеге ваҡытта документҡа экспертиза үткәрелә.

Апрель – тоташ илдә, шул иҫәптән беҙҙең республикала ла өмәләр айы булараҡ та үтә. Төбәктең бөтә ҡала-райондарында таҙартыу-төҙөкләндереү һәм йәшелләндереү өмәләре үтә. Уларҙа меңәрләгән кешеләр ҡатнашып, йәшәгән төбәгенең экологияһын яҡшыртыуға үҙ өлөшөн индерә. Быйыл иғлан ителгән “Йәшел Башҡортостан” акцияһы айырыуса әүҙем үтер, тип күҙалланыла. Муниципалитеттарҙа был йәһәттән эштәр башланды ла инде. Сараның иң әүҙем, иң күләмле өлөшө иһә 27 апрелгә тура килгән шәмбе көнөнә билдәләнгән. Уның сиктәрендә Башҡортостандың бөтә төбәктәрендә лә күмәк көс менән ағас үҫентеләре ултыртыла.
Читайте нас: