САРМАНАЙ
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
26 Апрель 2019, 12:42

“Беҙ бергә яҡшыраҡ булдырабыҙ!”

Өфөлә Республиканың 100 йыллыҡ юбилейын билдәләү сиктәрендә Башҡортстанда Татарстан Республикаһы көндәре үтте.

Сарала ҡатнашыу өсөн күрше төбәк Президенты Рөстәм Миңнеханов етәкселегендәге рәсми делегация килде.

Тәүге көндә “Башҡортстан” концерт залында сараны асыу тантанаһы үтте. Залдағыларҙы Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров һәм Татарстан етәксеһе Рөстәм Миңнеханов сәләмләне. Радий Фәрит улы күрше республика Президентына унда йәшәүсе башҡорт диаспораһына күрһәтелгән ярҙам өсөн рәхмәт белдереп, Башҡортостанда татар

халҡының милли билдәләнешен һаҡлап калыу өсөн башҡарылғандар менән таныштырҙы һәм ике республика өсөн уртаҡ булған “Беҙ бергә яҡшыраҡ булдырабыҙ!” тигән девизды яңғыратты. Р.Миңнеханов башҡортстандарҙы республиканың 100 йыллығы менән ҡотланы һәм һуңғы 31 йылҙа бындай кимәлдәге осрашыуҙар булмағанын айырып билдәләне.

Шул уҡ көндө Татарстандың парламентарийҙары делегацияһы БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙа эш сәфәре менән булды. Осрашыу ваҡытында тығыҙ парламент-ара бәйләнештәрҙең мөһимлеге аҫһыҙыҡланды. Күрше республика етәксеһе төбәктең татар йәмәғәт ойошмалары вәкилдәре менән дә осрашты. Артабан төбәк башлыҡтары “Өфө-Арена” боҙонда хоккей ветерандары ҡатнашлығында үткән дуҫтарса матчты ҡараны.

(Дауамын гәзитебеҙҙең сайтынан уҡығыҙ).

Читайте нас: