11-12 апрелдә Өфөлә башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының I Бөтә Рәсәй съезы үтте.
Республиканың 100 йыллығы уңайынан ойошторолған сара “Торатау” конгресс-холында уҙғарылды.
Съезға Башҡортостан һәм Рәсәй субъекттары мәктәптәрендә эшләгән башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары, уҡытыу туған (башҡорт) телдә алып барылған дөйөм белем биреү ойошмаларының директорҙары, ҡала һәм район хакимиәттәренең мәғариф идаралығы белгестәре һәм туған телдәр методистары, юғары уҡыу йорто вәкилдәре, йәмәғәт эшмәкәрҙәре йы-
йылды. Оло ҡор бөтәһе 700-ҙән ашыу делегатты саҡырҙы.
Саҡмағош районынан мәғариф бүлеге начальнигы Мәнзүрә Йәүҙәт ҡыҙы Нәбиева, туған телдәр буйынса методист Хәлиҙә Фирғәт ҡыҙы Вәлиева, башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының район методик берләшмә етәксеһе Рәмзилә Рауил ҡыҙы Исламғәлиева, Саҡмағош гимназияһынан башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Гөлшат Йәүҙәт ҡыҙы Шәмсетдинова ошо күркәм сарала ҡатнаштылар.
(Дауамын гәзитебеҙҙең 4 һанында уҡығыҙ).