САРМАНАЙ
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
29 Март 2019, 16:31

Ихласлығы йөҙөнә сыҡҡан

Үрге Йәркәйҙәге «Эра» йәмғиәтенең «Горячий хлеб» магазинында асыҡ йөҙлө, үҙ эшенә яуаплы ҡараусы һатыусылар хеҙмәт һала. Ғәлиә Ғәбдрәхимова –шундайҙарҙың береһе.

Ул Өфөлә аҙыҡ техникумында уҡып, технолог һөнәрен үҙләштерә. Юллама буйынса ТРҙың Зәй ҡалаһына ебәрелеп, «Зәй икмәк комбинаты»нда хеҙмәт юлын башлай. Артабан тыуған яғы-

на ҡайтып, Үрге Йәркәйҙәге «Илеш аҙыҡ комбинаты»ның кондитер цехында бригадир булып дауам итә. Әлеге предприятие эшсәнлеген туҡтатҡас, Ғәлиә Фәхрислам ҡыҙы төрлө сауҙа нөҡтә-

ләрендә һатыусы һөнәрен башҡара. Уның дөйөм стажы 35 йыл булып, шуның 6 йылын «Горячий хлеб» магазинында эшләй. Үҙ вазифа бурысына намыҫлы ҡарау һөҙөмтәһендә һәр һатып алыусының ихтыяжын ҡәнәғәтләндереп, яҡты йөҙ һәм тәмле һүҙ менән ҡаршы ала ул. «Эра» йәмғиәте етештергән ризыҡтарҙы райондаштар теләп һатып ала, шуға күрә бынан кеше өҙөлмәй, тиһәң дә яңылыш булмаҫ.

(Дауамын гәзитебеҙҙнең 3 һанында уҡығыҙ)


Читайте нас: