Әсәй! Бар донъяға етерлек наҙ, нур, яҡтылык, һөйөү туплаған, сихри көскә эйә һәм кеше ғүмере буйы табынған, баш игән был һүҙгә.
Беҙ ҙә ошо ҡәҙерле һүҙҙе әйтә алыуыбыҙ, барынан элек, әсәйебеҙ булыуы менән бәхетлебеҙ. Нисә йәш булыуына ҡарамаҫтан, уға бала булып ҡалабыҙ. Әсәйемдең «балаларым»
тип өҙөлөп тороуы барыбыҙға ла ҡанат ҡуя, йөрәгебеҙгә көс өҫтәй, күңелдәребеҙҙе изгелеккә күмә. Әйтергә кәрәк, ҡәҙерле кешебеҙ – Үрге Йәркәйҙә йәшәүсе Рима Яппарова ошо арала үҙенең күркәм юбилейын – 55 йәшен билдәләй.
Әсәйем Теләкәй ауылында Сәриә һәм Хәтиз Яппаровтар ғаиләһендә икенсе бала булып донъяға килә. Урта мәктәпте тамамлап Өфө медицина училищеһына уҡырға инә. Бында шәфҡәт туташы һөнәрен үҙләштереп, ҡулына диплом ала һәм 1983 йылда хеҙмәт юлын Үрге Йәркәйҙәге «Ромашка» балалар баҡсаһында башлай. Артабан ул район үҙәк дауаханаһының балалар бүлексәһендә шәфҡәт туташы булып хеҙмәтен дауам итә.
(Дауамын гәзитебеҙҙең 3 һанында уҡығыҙ)