САРМАНАЙ
-5 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
26 Март 2019, 12:26

Саҡмағоштоң дауыллы йылдары – күргәҙмәлә

Ләйсән хәлимова,

район музейының кесе фәнни хеҙмәткәре.


Районыбыҙҙың тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейында Башҡортостан Республикаһы төҙөлөүенә 100 йыл тулыуға арналған “Саҡмағоштоң дауыллы йылдары” тип исемләнгән күргәҙмә ойошторолдо.

Унда район ерлегендә 1917-1920 йылдарҙа барған ваҡиғалар тасуирлана, шул осор кешеләренең иҫтәлектәрен сағылдырған яҙмалар, тарихи документтар, китаптар урын алған.

Үрге Аташ ауылында тыуып үҫкән ҡаһарман Әхтәм Бәхтизин 1918 йылда тыуған ауылына ҡайтҡан. Партизан отряды ойоштороп, беҙҙең яҡтарҙа совет власын урынлаштырыуҙа ҡатнашҡан. Күр-

гәҙмәлә уның тураһында ла яҙылған очерктар, китаптар бар.

Ошо уҡ ауылда тыуып үҫкән Заһит Гәрәев 1919 йылда айырым Башҡорт уҡсы бригадаһының штаб начальнигы булған. Был бригада Петроградты аҡгвардияселәр яғында һуғышҡан Юденич ғәскәрҙәренән һаҡлауҙа ҡатнашҡан. Һуңғараҡ ул кадровый офицер, хәрби ғалим булған. Күргәҙмәлә уның шәхси архивынан алып ҡуйылған әйберҙәр дә урын алған.

(Дауамын гәзитебеҙҙең 3 һанында укый аласыз)




Читайте нас: