Сөнки һәр эштең үҙ яуаплылығы, уңышҡа ирештерә торған юлдары бар. Беҙҙең Аблай мәҙәниәт йортондағы ҡыҙҙарыбыҙ Лида, Лилиә, Рәзифә ауыл халҡының мәҙәни ялын күңелле һәм фәһемле итеп ойоштороу өсөн бөтә көстәрен һалып, күңелдәрен биреп, берҙәм эшләйҙәр. Ниндәй генә сара үткәрһәләр ҙә, гел бергә кәңәшләшеп ойошторалар. Лида йырға оҫта булһа, Рәзифә – һүҙ оҫтаһы, кисәләрҙе алып барыусы. Ә Лилиә матур итеп бөтөрөлөп, төрлө милли бейеүҙәр башҡарыусы ғына түгел, балаларҙы бейеү серҙәренә өйрәтеүсе, уларҙы сәхнәгә сығарыусы ла.