САРМАНАЙ
+6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
9 мая - День Победы
19 Август 2022, 14:30

Йәйҙең күркәм бүләге улар

Йәй ахырына яҡынлаша башлаһа ла, болон-ҡырҙар ҙа, йорт эргәһендәге баҡсалар ҙа шау сәскә-гөлдәргә күмелеп ултыра әле.

Йәйҙең күркәм бүләге улар
Йәйҙең күркәм бүләге улар

Күркәм традиция буйынса, август ахырында мәҙәниәт учреждениелары хеҙмәткәрҙәре донъяға йәм биреп, уны биҙәүсе ошо тәбиғәт бүләгенә арналған күп төрлө саралар ойоштора. Матурлыҡ-гүҙәллек яратыусы, сәскә үҫтереүсе уңғандар уларҙы ҙур түҙемһеҙек менән көтөп ала. Саҡмағош районының Ҡарайерек ауылы мәҙәниәт йорто хеҙмәткәре быйыл районда тәүгеләрҙән булып ошо күркәм сараны ойошторҙо. “Тәбиғәттең тылсымлы бүләге” тип исемләгән сәскә байрамы “Ғүмер бүләк итеүсе гүзәллек” күргәҙмәһе менән танышыуҙан башланды. Унда ошо ауылда ғүмер итеүсе яҡты күңелле, булдыҡлы-оҫта ҡатын-ҡыҙҙар үҙҙәре үҫтергән сәскәләрҙән яһалған композициялар урын алған ине. Артабан байрам төрлө конкурс-бәйгеләр, уйындар, сәскәләр темаһына викторина менән дауам итте. Улар барышында сарала ҡатнашыусылар сәскә-гөлдәр тураһындағы легендалар, әҙәби әсәрҙәрҙе искә төшөрҙө, ошо тематикаға арналған шиғырҙар һәм йырҙар яңғыратты. Бәйгеләр араһындағы тәнәфестәрҙә үҙешмәкәр сәнғәт түңәрәге ағзалары ауылдаштарына моңло йырҙарын бүләк итте. Саранан һәркем күтәренке кәйеф, шат күңел менән йорттарына таралышты. Бындай күркәм байрамдар сәскә-гөлдәрҙең, әйләнә-тирә мохиттен ҡабатланмаҫ гүзәллеген сираттағы тапҡыр асып, күңелгә йәшәү дәрте өҫтәй. Фото һәм мәғлүмәт сығанағы: Карайерек ауылы мәҙәниәт йортының “Бәйләнештә” селтәрендәге сәхифәһе.

Автор:Сайтҡа Рәзилә Арыҫланова әҙерләне.
Читайте нас: