САРМАНАЙ
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Район ауылдары буйлап “Үлемһеҙ полк” үтте

Бөйөк Ватан һуғышында Еңеү көнө алдынан Саҡмағош районындағы бөтә ауыл биләмәләрендә лә күп кешеләр ҡатнашлығында байрам митингтары ойошторолдо һәм “Үлемһеҙ полк” колонналары үтте.

Район ауылдары буйлап “Үлемһеҙ полк” үтте
Район ауылдары буйлап “Үлемһеҙ полк” үтте

Уларға килгән һәм был донъяла бер булған Хәтер акцияһында ҡатнашып, илебеҙгә тыныслыҡ һәм бойондороҡһоҙлоҡ яулап биргән яугирҙәрҙең, тыл хеҙмәтсәндәренең хәтерен мәңгеләштергән райондаштар Бөйөк Еңеү көнө әле Ерҙә йәшәгән бөтә быуындар өсөн иң изге байрам булып ҡалыуын, уның һәр ғаилә тарихында онотолмаҫ-бөтмәс эҙ ҡалдырған олуғ көн булуын йәнә исбатланы. Был байрам көнө әлеге тантаналы сараларҙа ҡатнашыусыларҙың күңелендә тик яҡты хәтирәләр ҡалдырып, үҫеп килеүсе быуын өсөн ул дәһшәтле осорҙоң тере шаһиттары менән осраштырған, уларҙын хәтирәләрен хәтер һандығына һалып ҡуярға мөмкинлек асҡан иң үтемле тарих дәресе лә булды.

Автор:Сайтҡа Рәзилә Арыҫланова әҙерләне.
Читайте нас: