САРМАНАЙ
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Был байрам – һәр ғаилә тарихының бер өлөшө

Был байрам – һәр ғаилә тарихының бер өлөшө Бөгөн тотош илебеҙ бөтәбеҙ өсөн дә иң зур һәм мөһим булған байрам – Бөйөк Ватан һуғышында Еңеү көнөн билдәләй.

Был байрам – һәр ғаилә тарихының бер өлөшө
Был байрам – һәр ғаилә тарихының бер өлөшө

9 май – ул Ерҙә тыныслыҡты һаҡлап алып ҡалған халҡыбыҙҙың тиңдәшһеҙ ҡаһарманлығы символы, ә 1941-1945 йылдар – Ватаныбыҙ тарихындағы иң иҫтәлекле, утлы юлдар менән яҙылған, миллионлаған яҙмыштар менән түләнгән дәһшәтле йылдар. Беҙ ил аҙатлығы өсөн алыш яландарында мәңгелккә ятып ҡалған яҡташтарыбыҙ тураһындағы яҡты хәтерҙе изге мираҫ итеп һаҡлайбыҙ. Беҙ тылда Бөйөк Еңеүҙе яҡынайтыр өсөн бар көсөн биргән хеҙмәт эйәләренең батырлығын онотмайбыҙ. Беҙ олайтайҙарыбыҙ һәм өләсәйҙәребеҙҙең, атай һәм әсәйҙәребеҙҙең Ватаныбыҙ хаҡына, Ерҙәге тормош хаҡына яу яландарында һәм тылда күрһәткән фиҙәҡәрлеген, ҡаҡшамаҫ ныҡлығын, батырлығын һәм ҡаһарманлығын иҫебеҙҙән сығармайбыҙ. Беҙҙең өсөн, донъяға киләсәк буындар өсөн күрһәткән ошо фиҙәҡәрлегегеҙ өсөн һеҙҙең алда ҙур хөрмәт менән баш эйеп һәм сикһеҙ рәхмәттәр әйтеп, һеҙҙе, хөрмәтле ветерандар, Бөйөк Еңеү байрамы менән ҡотлайбыҙ! Был яҡты, иң ҡәҙерле һәм яратҡан халыҡ байрамы барыбыҙ өсөн дә – ветерандар, уларҙын балалары һәм ейәндәре өсөн уртаҡ иң хөрмәтле байрам. Ул – һәр ғаилә тарихының бер өлөшө. 1945 йылдың Еңеүле яҙы Ватаныбыҙ тарихына мәңгелеккә тоташ совет халҡының каһарманлығы символы булараҡ алтын хәрефтәр менән яҙылған. Ул фашизмға ҡаршы көрәштә ғүмерен биреп, алыш яландарында мәғгелеккә ятып ҡалған ватандаштарыбыҙ тураһындағы изге хәтер көнө. Шул уҡ ваҡытта ул көн барыбыҙ өсөн дә яҡты, шатлыҡлы байрам – донъя тарихындағы иң аяуһыҙ, тиңдәшһеҙ алышта Еңеү көнө. Ул бөтә замандар өсөн дә изге байрам булды һәм булып ҡаласаҡ. 1945 йылдың 9 майындағы хәтер йәшәгәндә бөйөк дәүләбеҙ йәшәйәсәк һәм бөтә ауырлыҡ-киртәләргә ҡарамаҫтан, сәскә атасаҡ. Дәүләтебеҙ өҫтендә һәр саҡ аяҙ күк йөҙө, һәм һәр йортта – бәхет, именлек һәм шатлыҡ хөкөм итһен! Байрам менән, был еңеүле етмеш етенсе яҙҙы ҡаршылаусы хөрмәтле һуғыш һәм тыл ветерандары! Бөйөк Еңеү көнө менән бөтәгеҙҙе лә, яҡташтар!

Автор:
Читайте нас: