САРМАНАЙ
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Бөйөк байрам рухы хакимлыҡ итте

Илебеҙ тарихында быйыл етмеш етенсе тапҡыр билдәләнгән Бөйөк Еңеү көнө иртәһендә бар донъяға йылмайып ҡараған яҡты ҡояш нурҙары был көндө күкте генә түгел, күңелдәрҙе лә балҡытты.

Бөйөк байрам рухы хакимлыҡ итте
Бөйөк байрам рухы хакимлыҡ итте

Дәүләтебеҙҙең иң ҙур һәм мөһим байрамы уңайынан үткәрелгән тантанаға район үҙәгендә һәм ауыл биләмәләрендә йәшәүсе яҡташтар бик әүҙем йыйылды. Был сәғәттәрҙә Саҡмағоштоң үҙәк урамдары буйлап “Үлемһеҙ полк” колоннаһында меңләгән райондаштар үтте. Быйыл унда ҡатнашыусылар һаны башҡа йылдар менән сағыштырғанда бернисә тапҡырға күберәк булды.
Тарих шаһиттары булған ретро-автомобилдәр парады ла был байрамға тағы ла байрам рухы өҫтәне.
Колонна Еңеү паркына килеп еткәс, унда тантаналы митинг, артабан Ғаилә паркында ҙур байрам концерты үтте.

Автор:Рәзилә Арыҫланова
Читайте нас: