САРМАНАЙ
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Тантаналы митинг үтте

Быйыл илебеҙҙә етмеш етенсе тапҡыр билдәләнәсәк Еңеү байрамы алдынан Саҡмағош районының Рәжәп ауылындағы Бөйөк Ватан һуғышы ҡаһармандары хөрмәтенә ҡуйылған һәйкәл эргәһендә “Бөйөк Еңеүҙең Бөйөк көнө” тип исемләнгән тантаналы митинг үтте.

Тантаналы митинг үтте
Тантаналы митинг үтте

 Уны ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Ф.Ф.Сәхибгәрәев асты һәм йыйылыусыларҙы сәләмләп, илебеҙҙең иң бөйөк байрамы уңайынан ихлас теләктәрен еткерҙе. Сарала ауыл биләмәһенең ветерандар советы рәйесе Х.Н.Хәйретдинов, уның урынбаҫары Р.М.Сәләхова ла тәбрикләүҙәр менән сығыш яһаны. Улар дәһшәтле йылдарҙа тылда хеҙмәт һалған яҡташтарына, һуғыш осоро балаларына ихлас рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙеләр. Хөрмәтле өлкәндәр үҙ сығыштарында Рәсәй халҡының ул утлы йылдар ҡаһармандары тураһындағы яҡты иҫтәлекте быуындарҙан-быуындарға тапшырыуҙарын ғорурлыҡ менән билдәләне. Бөтә сығыштар концерт номерҙары менән аралаштырып алып барылды. Тантана программаһы сиктәрендә Рәжәп урта мәктәбе уҡыусылары, Рәжәп һәм Иҫке Сөрмәт ауыл мәҙәниәт йорттарының сәхнә оҫталары башҡарыуындағы музыкаль композициялар яңғыраны. Тантана ваҡытында дәүләтебеҙ аҙатлығы өсөн ғүмерҙәре менән түләгән ил һаҡсыларының яҡты иҫтәлеге бер минут тынлыҡ менән хөрмәтләнде. Сара ахырында унда ҡатнашыусылар ҡаһармандар мемориалына сәскәләр һалдылар.

Фото һәм мәғлүмәт сығанағы: Рәжәп ауыл биләмәһе хакимиәтенең “Бәйләнештә” селтәрендәге сайты.

Автор:Сайтҡа Рәзилә Арыҫланова әҙерләне.
Читайте нас: