САРМАНАЙ
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Герой ҡаһарманлығы алдында баш эйеп

Бөйөк Ватан һуғышы һәм уның ҡаһармандары тураһындағы хәтер илебеҙ кешеләре йөрәктәрендә мәңге йәшәйәсәк.

Герой ҡаһарманлығы алдында баш эйеп
Герой ҡаһарманлығы алдында баш эйеп

Был хәтер китаптарҙа, шиғырҙарҙа, йырҙарҙа, урам исемдәрендә, һәйкәлдәрҙә мәңгеләштерелгән. Бөйөк Еңеү байрамы алдынан Саҡмағош районының Тайнаш ауыл биләмәһендәге Иҫке Балаҡ ауылында Советтар Союзы Геройы исемен йөрөткән Вахит Ғәлимов урамында “Геройҙы бел. Беҙҙең яҡташыбыҙ – Герой” акцияһы үтте. Тайнаш ауылы китапханасыһы Гүзәл Ханова сараға килеүселәрҙе батырҙың биографияһы менән таныштырҙы, уның Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында дошманға ҡаршы ҡыйыу көрәшеүе тураһында һөйләне. Мәктәп уҡыусылары шиғырҙар уҡып ишеттерҙеләр, волонтерҙар Герой тураһындағы буклеттар һәм каһармандар биографияһы яҙылған өс мөйөшлө фронт хаттарын тараттылар. Сығыштар концерт номерҙары менән үрелеп барҙы. Сара барышында Герой иҫтәлеген бер минут тынлыҡ менән хөрмәтләп яңырттылар. Был байрамда ҡатнашыусыларҙа патриотик хистәр уятыу, Ватан һуғышы йылдарында фронттағы һәм тылдағы ябай кешеләрҙең батырлығына хөрмәт тәрбиәләү маҡсатында уҡыусылар менән күмәкләп “Еңеү көнө” йыры башҡарылды. Күптән түгел бында “Герой аллеяһы” акцияһы сиктәрендә ағас үҫентеләре лә ултыртылған. Фото һәм мәғлүмәт сығанағы: Тайнаш ауыл биләмәһе хакимиәтенең “Бәйләнештә” селтәрендәге сайты.

Автор:Рәзилә Арыҫланова
Читайте нас: