САРМАНАЙ
+9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Саҡмағоштар ҙа марафонға ҡушылды

Республикала старт алған “Хәтер Ере” марафонына беҙҙең райондаштар беренселәрҙән булып ҡушылды. Рәсәй Геройы – Генерал Шайморатовтың буласаҡ һәйкәле нигеҙенә ҡуйыла торған гильзаға һалынасаҡ Саҡмағош тупрағын алыу хоҡуҡы яуғир-интернационалсы, Афған ерендә хәрби сынығыу үткән яҡташыбыҙ Илдар Вазих улы Хәмиҙуллинға тапшырылды.

Саҡмағоштар ҙа марафонға ҡушылды
Саҡмағоштар ҙа марафонға ҡушылды

Саҡмағош, Шаран, Баҡалы, Дүртөйлө, Илеш, Туймаҙы райондарынан һәм Октябрьский ҡалаһынан алынған тупраҡ республика марафонының атлы төркөмөнә тапшырыла. Бөйөк Еңеү көнөндә ошо тупраҡлы гильзалар Рәсәй Геройы Миңнеғәле Шайморатовтың буласаҡ һәйкәле нигеҙенә һалынасаҡ.

Автор:Сайтҡа Рәзилә Арыҫланова әҙерләне.
Читайте нас: