САРМАНАЙ
+18 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар

Бөйөк байрамға әҙерлек бара

Илдә, республикала һәм районда дәүләтебеҙҙең иң мәртәбәле һәм ҙур байрамы – Бөйөк Еңеү көнөнә әҙерлек бара.

Бөйөк байрамға әҙерлек бара
Бөйөк байрамға әҙерлек бара

Быйылғы яҙҙа етмеш етенсе тапҡыр билдәләнеп үтәләсәк был мөһим датаға әҙерлек эштәренә йәш имәнлеҡулдар ҙа әүҙем ҡушылды. Ошо көндәрҙә ауылдағы урта мәктәп уҡыусылары Бөтә Рәсәй “Хәтер баҡсаһы” акцияһы сиктәрендә мәктәп баҡсаһында йәш миләш үҫентеләре ултыртты. Был акцияның төп маҡсаты – Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында ил аҙатлығы һәм именлеге өсөн үҙ ғүмерҙәрен аямаған ватандаштарыбыҙ иҫтәлегенә йәшел һәйкәлдәр булдырыу. “Хәтер баҡсаһы” – ул ошо бөйөк алышта һәләк булыусыларҙың яҡты иҫтәлеге яңырған, улар тураһындағы тарих быуындарҙан-быуындарға тапшырыла торған истәлекле ер. Бөйөк байрамға әҙерлек эштәренә кескәй уҡыусылар ҙа үҙ өлөштәрен индерҙе – 2-3 синыфтарҙа белем алыусы малайҙар-ҡыҙҙар ауылдың Бөйөк Ватан һуғышы ҡаһармандары иҫтәлегенә ҡуйылған һәйкәл территорияһын йыйыштырыуҙа әүҙем ҡатнашты. Сайтҡа Рәзилә Арыҫланова әҙерләне. Фото һәм мәғлүмәт сығанағы: Имәнлеҡул урта мәктәбенең “Бәйләнештә” селтәрендәге сайты.

Автор:Сайтҡа Рәзилә Арыҫланова әҙерләне.
Читайте нас: